Использование современных обучающих технологии
Автор: Бикбулатова Тансулпан НуримановнаДолжность: учитель башкирского языка
Учебное заведение: МБОУ СОШ им Гази Загитова с. Янагушево
Населённый пункт: РБ Мишкинский район
Наименование материала: Башҡорт теле һәм татар телен сағыштырыу методы алымдары, ИКТ һәм халыҡ ижады өлгөләре аша ватансылыҡ тәрбиәһе биреү
Тема: Использование современных обучающих технологии
Раздел: среднее образование
Назад
Бикбулатова Т.Н.
Башҡорт теле һәм татар телен сағыштырыу методы алымдары, һәм
халыҡ ижады өлгөләре аша ватансылыҡ тәрбиәһе биреү
Тел – һәр халыҡтың милли мәҙәниәтенең айырылғыһыҙ өлөшө. Киләсәк
быуындарға рухи ҡомартҡы ғына түгел, ә милли мәҙәниәттең артабанғы
үҫешенә йоғонто яһаусы фактор ҙа булып иҫәпләнә. Башҡорт теле лә, башҡа
телдәр кеүек үк, төрлө фәндәр буйынса тупланған ғилемдәрҙе һыйҙырыусы
күренеш.
Янағош мәктәбе – милли мәктәп, унда татар балалары уҡый. Туған
телдәре – татар теле. ”Татар телем – йырлы телем” – тиеп ғорурланып
йәшәйҙәр улар.
“Туған телем үҙем өсөн, башҡа тел көнөм өсөн” – был тапҡыр һүҙҙәрҙә
тәрән мәғәнә ята. Һәр дәрестә тиерлек ошо мәҡәлде ҡабатларға яратабыҙ.
Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнәбеҙ. Балалар башҡорт телен ярата,
ҡыҙыҡһынып
өйрәнә.
Һәр
дәрестә
төрлө
күнегеүҙәр
башҡарып
үҙемдең
күңелемә ятышлы методтар табып, күп эҙләнеүҙәрҙән, күҙәтеүҙәрҙән һүң ошо
эште башҡарып сығырға батырсылыҡ иттем. Өйрәнеләсәк тема – «Башҡорт
теле һәм татар телен сағыштырыу методы алымдары, һәм халыҡ ижады
өлгөләре аша ватансылыҡ тәрбиәһе биреү».
Башҡорт теле лә, татар теле лә төрки телдәр ғаиләһенә ҡарай, үҙ-ара
ҡәрҙәш телдәр. Төрки телдәрҙең төп билдәһе – аглютинативлыҡ, уларҙың
фонетик үҙенсәлеге һуҙынҡыларҙың сингармонизм законы менән аңлатыла.
Шулай
ҙа
татар
телле
балаларға
башҡорт
телен
өйрәткәндә
бик
күп
ауырлыҡтар
килеп
тыуа.
Нисә
йыл
эш
практикабыҙҙан
сығып,
шундай
һығымтаға килдек, иң яҡшы ысул – татар һәм башҡорт телдәрен сағыштырып
уҡытыу.
Башҡорт телен өйрәткәндә беренсе дәрестәрҙә үк алфавит менән эш
итәбеҙ. Беҙ дәрестә ике телдең алфавитын сағыштырабыҙ: башҡорт телендә
42
хәреф,
ә
татар
телендә
–
39.
Башҡорт
теле
алфавитының
күпселек
хәрефтәре татар телле балалар өсөн ауырлыҡ тыуҙырмаһа, ә Ҡ, Ғ, Ҙ, Ҫ
хәрефтәре ауыр бирелә. Шуның өсөн һәр дәрес ваҡытында был хәрефтәр
өҫтөндә даими эшләргә тейешбеҙ. Өндәрҙе дөрөҫ әйтеү өсөн тиҙәйткестәр,
тел төҙәткестәр ятларҙан алда, ижекләп әйтеп өйрәнеү мөһим.
Мәҫәлән,
шундай күргәҙмә материал эшләп ҡуйырға кәрәк һәм һәр дәрес башында
күнекмәләр үткәреү бик файҙалы.
а-ә
ҙ(ҡ, ғ, ҫ)
о-ө
у-ү
Балалар
өндәрҙе
дөрөҫ
әйтергә
өйрәнәләр,
уҡыу
тиҙлеге
лә
арта.
Был
күнегеүҙән һуң тиҙәйткестәр, тел шымартҡыстар өйрәнәбеҙ, дүрт юллыҡтар
ҙа ятлайбыҙ.
Диктант
яҙғанда
балалар
“ҡарға”,
“кәмә”
һүҙҙәрендә ҡ
хәрефен
яҙырғамы, йәиһә к хәрефе яҙырғамы тиеп аптырашта ҡалалар. Төрлө текстан
был хәрефтәр булған һүҙҙәрҙе күҙәтеп, уҡыусылар менән берлектә ҡағиҙәләр
төҙөп ҡуйҙыҡ. Башҡлорт теле шундай хозурлы тел, үҙенең серҙәре бик күп,
мәҫәлән, ҡ-ғ хәрефтәренән һуң ҡалын һуҙынҡылар, ә к-г хәрефтәренән һуң
нәҙек
һуҙынҡылар
яҙыла (Таблица №2).
Миҫал өсөн бер-нисә һүҙ ҡарап
китәйек: ҡ арғ а, аҡ сарлаҡ , туҡ ал, ағ ас, к әмә, к өрәк , к үг әрсен,г үзәл.
Дәрес ваҡытында башҡорт һәм татар телдәренең аңлатма һүҙлектәрен
ҡулланабыҙ.
Балалар
менән
бергә
тағы
бер
күргәҙмә
материал
эшләнек,
быныһы с,
һ,
ҫ
хәрефтәрен
өйрәнеү
маҡсатында
төҙөнөк (Таблица
№3).
Яҙылышта ла, әйтелештә лә татар телендәге Ч хәрефе башҡорт телендә С
хәрефенә торошло. Миҫалға килтерәйек: сибәр – чибәр, сылбыр – чылбыр,
сәс
–
чәч һүҙҙәрен
сағыштырып
ҡарайыҡ.
Аңлатма
һүҙлекте
ҡулланып,
мәғәнәһен аңлатыу был эштең икенсе аҙымы булып тора. Ошоларҙан сығып,
балалар үҙҙәре һығымта яһап, ҡағиҙә итеп теркәп ҡуйҙылар.
Татар телендәге С хәрефе башҡорт телендә урынына ҡарап ике хәрефкә
ауҙарыла. Әгәр хәреф һүҙ башында торһа, ул Һ хәрефенә әйләнә. Мәҫәлән,
сан – һан, син – һин, сагыну – һағыныу. Шулай уҡ, ялғау өлөшөндәге с хәрефе
һ хәрефенә торошло: сансыз – һанһыҙ, сагынса – һағынһа, баласы – балаһы.
Нигеҙ һүҙҙең уртаһында, йә һүҙ аҙағында килгән с хәрефе башҡорт
телендә ҫ хәрефенә әйләнә. Миҫал өсөн: басма – баҫма, төс – төҫ, арыслан –
арыҫлан, булмас – булмаҫ.
Дәрестә уҡыусылар менән шундай нығытыу күнегеүҙәре башҡарабыҙ:
таҡтаға
бер-нисә
татар
телендә
һүҙҙәр
яҙам,
балалар
таблицаға
таянып,
башҡортса
яҙалар.
Миҫал
өсөн, сандугач
-
һандуғас, сабын – һабын,
сөйләмәс – һөйләмәҫ, чаҡырмас – саҡырмаҫ.
Артабан һөйләмдәр, шиғыр юлдары тәржемә итергә лә мөмкин. Мәҫәлән,
балалар яратҡан тиҙәйткесте ҡарайыҡ:
Өстәге өч өстәлне өч оста ясаган – өҫтәге өс өҫтәлде өс оҫта яһаған.
Аңлатма һүҙлеген ҡулланып, балаларға үҙҙәренә төрлө асыштар яһарға
мөмкинлек бирелгәс, бик күп ҡағиҙәләр төҙөп ҡуйҙыҡ. Мәҫәлән, башҡот
телендәге б өнө
татар
телендәге п
өнөнә
тиң: батша – патша, бысаҡ –
пычак, бысҡы – пычкы, бесәй – песи, бесән – печән һәм башҡалар. Тағы ла
башҡорт
телендәге йы, йе, йо,йө
хәреф
ҡушымсалары
татар
телендәге е
хәрефенә
тиң: ҡайын – каен, муйыл – муел, бойора – боера, эйелә – иелә,
өйөнә – өенә, бөйөк – бөек, бейек – бейек.
Яуап – жавап, ебетеү – жебетү, етәү – жидәү, елкән – жилкән, йор –
жор,
йыйынтыҡ
–
жыентык,
йәберләү
–
жәберләү,
йөпләү
–
жөләү
һүҙҙәренә дөйөм һығымта яһап киткәндә жа, же, жи хәреф ҡушымсалары
башҡорт телендә йә й хәрефенә тиң, йә я, е, ю хәрефтәре тиеп ҡабул ителә.
Балалар шулай уҡ ауаз – аваз, ауыл – авыл, дәүер – дәвер һүҙҙәрен дә урап
үтмәне. Был дифтонг һүҙҙәрҙә лә айырма табылды.
Ҡоро – коры, болот – болыт, өмөт – өмет һүҙҙәренә шундай аңлатма
бирер инек: татар телендә о-ө хәрефтәре һүҙҙең беренсе ижегендә генә яҙыла,
ҡалған
ижектәрҙә [о],
[ө]
өнө
ишетелһә
лә ы-е хәрефе яҙыла, ә башҡорт
телендә нисек ишетелә шулай яҙыла.
Башҡорт телендә сығанаҡ килештә килгән артынан, алдынан, ҡулынан,
китабынан һүҙҙәрендә бер н хәрефе яҙылһа, татар телендә нн, йәғни ике
н
хәрефе яҙыла.
Минең
эш
практикамда
балаларҙың х
һәм
һ
хәрефтәрен
бутауы
уйландырырға мәжбүр итте. Башҡорт теле дәресендә генә түгел, ә татар теле
дәресендә лә буталалар. Һүҙлек китабын алып, х һәм һ хәрефле һүҙҙәрҙе уҡып
ҡараныҡ,
мәғәнәләрен
аңлаттыҡ. Хазина, хайуан, хаҡ, хәбәр, хат, халыҡ,
хеҙмәт һәм башҡа һүҙҙәр башҡорт телендә лә, татар телендә лә уртаҡ һүҙҙәр.
Һауа, һиммәт, һуш, һәйкәл, һөнәр, һөжүм, һаман, һәм, һис, һәр һүҙҙәре татар
телендә лә үҙгәрешһеҙ ҡала. Шулай уҡ сабый, сабыр, сауап, сажин, саф, сер,
нәфис, сәғәт, сифат, синыф, зәһәр, хазина, зәңгәр, гүзәл, ауаз кеүек һүҙҙәрҙә
һәм
кеше
исемдәрендә
үҙгәреш
юҡ.
Бындай
һүҙҙәрҙе
тик
иҫтә
генә
ҡалдырырға мөмкин.
Башҡорт телен уҡытыуҙың маҡсаты һәм бурыстарына таянып
татар балаларын дәүләт телендә аралашырға, лингвистик материал әҙәби
текстар нигеҙендә, тел сараларын әҙәби текста күҙәтергә, табырға, дөрөҫ
әйтергә һәм яҙырға, әңгәмә һәм ижади эштәр ваҡытында дөрөҫ ҡулланырға
өйрәтәбеҙ.
Оло кластарҙа ла башҡорт телен өйрәнгәндә туған телдәренә баҫым
яһамай ҡала алмайбыҙ. 6-сы класта һүҙ төркөмдәре темаһын өйрәнгәндә, беҙ
балаларға татар теле менән сағыштырып аңлатырға бурыслыбыҙ. Миҫалдар
килтереп китәйек: үҙ аллы һүҙ төркөмө - мөстәкыйль сүз төркеме, ярҙамсы
һүҙ төркөмө - бәйләгеч сүз төркеме, ҡылым – фигыль, бәйләүес – бәйлек,
мөнәсәбәт һүҙ – хәбәрлек сүз икәнен мотлаҡ рәүештә сағыштырып китергә
кәрәк.
Исем, сифат, һан, рәүеш, алмаш һүҙ төркөмдәренең әйтелеше бер
төрлө булһа, ҡылым – фигыль була. Тағы ла бәйләүестәр – бәйлек, мөнәсәбәт
һүҙ – хәбәрлек икәнен дә әйтмәй сара юҡ.
Исем
темаһын
үткәндә
килештәргә
аныҡ
рәүештә
туҡтарға
кәңәш
ителә, сөнки килеш атамаларында ла айырмалар етерлек.
Төп килеш – Баш килеш
Эйәлек килеш – Иялек килеше
Төбәү килеш – Юнәлеш килеше
Төшөм килеш – Төшем килеше
Сығанаҡ килеш – Чыгыш килеше
Урын-ваҡыт килеш – Урын-ваҡыт килеше
Мәҫәлән, таш һүҙен килештә үҙгәрткәндә ике телдә сағыштырыу эше бик
мөһим.
Төп к. Таш
Баш к. Таш
Эй. к. Таштың
И. к. Ташның
Төб. к. Ташҡа
Юн. к. Ташка
Төш. к. Ташты
Төш. к. Ташны
Ур-в. к Ташта
Ур-в. к Ташта
Сығ к. Таштан
Чыг к. Таштан
Ҡылым
темаһында
үҙгәрештәр
һиҙелерлек.
Татар
телендә һөкәлеш
тигән һүҙ ҡулланылмай, ә фигыль төркемчәләре тигән темала дөйөм рәүештә
ҡаралып үтелә һәм затланышлы, затланышсыз фигыльдәргә бүленә. Хикәя
фигыль, боерык фигыль, шар фигыль – затланланышлы фигыль булһа, ә исем
фигыль, сыйфат фигыль, хәл фигыль, инфинитив – затланышсыз фигыль
булып килә.
Хәбәр һөйкәлеше
Хикәя фигыль
Бойороҡ һөйкәлеше
Боерык фигыль
Шарт һөйкәлеше
Шар фигыль
Теләк һөйкәлеше
-------------------------
Исем ҡылым
Исем фигыль
Сифат ҡылым
Сыйфат фигыль
Хәл ҡылым
Хәл фигыль
Уртаҡ ҡылым
Инфинитив
Синтаксис бүлегендә шундай айырмалар бар: һөйләм – жөмлә, тарҡау
һөйләм – жәенке жөмлә, йыйнаҡ һөйләм – жыйнаҡ жөмлә. Бер составлы
һөйләмдәрҙең
төрҙәренә
ҡарағанда атама
һөйләм
–
исем
жөмлә
булһа,
фигыль
жөмлә
тигән
төшөнсә
башҡорт
телендә
юҡ,
тик билдәле
эйәле
һөйләм, билдәһеҙ эйәле һөйләм, эйәһеҙ һөйләм генә бар. Ялғау – кушымча,
һүҙбәйләнеш – сүзтезмә булһа, һөйләм киҫәктәренә килгәндә баш киҫәктәр
шул уҡ була, ә эйәрсән киҫәктәр бына былай:
Эйә
Ия
Хәбәр
Хәбәр
Тултырыусы
Тәмамлык
Аныҡлаусы
Аергыч
Хәл
Хәл
Өҫтәлмәлек
Аныклагыч
Балалар үҙ туған телдәрендә уйлайҙар, шуға ла төрлө эш барышында
туған телдәрендә уйлап, аҙаҡ аңлы рәүештә башҡорт теленә әйләндерһәләр,
минеңсә, еңелерәк була. Уҡыусыларға үҙ туған телдәрендә анализ һәм ситез
эшләмәҫкә
бойора
алмайбыҙ,
тимәк,
балаларҙың
психологияһын
дөрөҫ
юҫыҡта файҙаланыу беҙгә лә, балаларға ла ыңғай ғына булалыр.
Тел һәм әҙәбиәт дәрестәрендә уҡыусыларҙың тел байлығын үҫтереү,
бәйләнешле телмәр тыуҙырыу, уҡытыу-тәрбиә эштәре башҡарыу, балаларҙың
тормош һәм телмәр тәжрибәһен киңәйтеү кеүек бурыстар мөһим урын ала.
Халыҡ
педагогикаһын
ҡулланыу
бөгөнгө
көндә
лә
актуаль.
Уҡыусыларға тәҡдим ителгән материалды культурологик аспектта, йәғни
халыҡтың йәшәү рәүеше менән бәйләп өйрәтеү башҡорт теле дәрестәренең
сифатын
бермә-бер
күтәрер
ине.
Халыҡ
мәҙәниәте
башҡорт
теле
дәрестәрендә
ҡулланылһа,
уҡыусыларҙың
шәхес
һыҙаттары
өр-яңы
мәғлүмәттәр менән тулыланасаҡ, байыясаҡ. Ғөрөф-ғәҙәт – мәҙәниәттең бер
төрө. Дәрестең темаһына ярашлы ана шул мәҙәниәт төрөнөң ҡайһы берҙәре
ныҡлы
урын
алырға
тейеш.
Бала
күңелендәге
милли
рух,
милли
үҙаң
халыҡтың йәшәү рәүешен өйрәнеү юлы менән үҫтерелә. Ғөрөф, йола, ырым –
халҡыбыҙҙың йәшәү рәүеше төшөнсәләре. Һәр һүҙгә халыҡ мәғәнә һалған. Ул
мәғәнәлә халыҡ аҡылы, халыҡ аңы, әҙәп-әхлаҡ тәртиптәре сағыла. Халыҡтың
донъяуи әйберҙәргә булған ҡарашы (мировоззрение), мәғәнәле булып, һүҙгә
һалынған, һүҙ асылы булып һүҙҙә нығынған.
Дәрестә халыҡ ижадын өйрәнәбеҙ. Тел күрке – мәҡәлдәрҙе өйрәнеүгә,
мәғәнәләрен аңлатыуға ярайһы уҡ ваҡыт бирелгән. Мәҡәл – аҙ һүҙ менән
тәрән фекер, өгөт-нәсихәт биреүгә ҡоролған тапҡыр һүҙле ижад төрө. Уның
йәмғиәттәге төп функцияһы кешеләрҙең хеҙмәт тәжрибәһен аҙ һүҙле, тәрән
кинәйәле итеп нығытыу. Шуға күрә мәҡәлдәр билдәле бер тапҡыр ҡалыпҡа
һалынғандар һәм халыҡ телендә быуаттан быуатҡа шымара килгән күркәм
хазинаға әүерелгән. Дәрестә ошо һүҙ сәнғәтенең аҫыл өлгөләре аша балала
әҙәп-әхлаҡ нормаларын үтәү, тәрбиә эштәре алып барыу мөһим. Беҙ дәрестә
мәҡәлдәрҙең мәғәнәһен генә аңлатып ҡалмайбыҙ, ә татар халыҡы ҡулланған
мәҡәлдәр менән башҡорт халыҡы ҡулланған мәҡәлдәрҙе сағыштырабыҙ.
Шулай уҡ дәрестә йомаҡтар сисеү, сәсәнлек бәйгеләре үткәреү, төрлө
халыҡ йолаларын сәхнәләштереү кеүек эштәр башҡарабыҙ. Сәсәнлек бәйгеһе
балалар
тарафынан
яратып
ҡабул
итә.
Дәрестә
авторҙарҙың
әҫәрҙәрен
өйрәнгәндә
был
бәйгене
ойошторабыҙ.
Балалар
йә
берәй
шиғыр,
йә
хикәйәнән өҙөктө тасуири уҡырға өйрәнеп, класташтары алдында сығыш
яһай, кем дә кем хаталанмай, тасуири уҡый, йә һөйләй – шул “сәсән” була.
Сәсәнлек бәйгеһен ҡобайырҙар ижад итеү менән дә үҫтереп ебәргеләйбеҙ.
Был эш төрө күпселек өйгә эшкә бирелә, иң яҡшы, мәғәнәле ҡобайыр ижад
итеүсене билдәләү маҡсатында үткәрәбеҙ. Балалар ихлас тотоналар бындай
эшкә.
Халыҡ ижады өлгөләрен сәхнәләштереү, халыҡ йолаларын ҡулланып
хикәйә
яҙып
ҡарау
ҙа
бик
яҡшы
һөҙөмтәләр
бирә.
Балалар
халыҡ
ҡомартҡыларын дәрестә генә түгел, ә үҙ аллы ла өйрәнә башлайҙар.
Халыҡ
уйындары,
йырҙары
менән
халҡыбыҙҙың
үткәндәренә
ҡайтып
урайбыҙ.
Йырҙарға
килгәндә,
бик
күп
йырҙар
уртаҡ
һанала.
“Йома”,
“Бөрлөгән”, “Шәл бәйләнем” тигән йырҙар ике халыҡ араһында ла популяр,
һәм әлбиттә, башҡорт һәм татар халҡы үҙ йыры итеп ҡабул иткән.
Уйындарҙы уйнап ҡына ҡалмайбыҙ, ә уның килеп сығышын фаразлайбыҙ.
Халыҡ уйындары
менән дә уртаҡлашҡан. “Аулак
өй”,
“Йөҙөк һалыу”,
“Ядәч”
кеүек
уйындар
ике
халыҡта
ла
уйналған.
Нардуган, Нәүрүз
байрамы, Һабантуй байрамдары ла ситтә ҡалмаған.
Халыҡ
йолалары
темаһына
һөйләшеү
шудай
уҡ
иң
ҡыҙыҡлы
темаларҙың
береһе.
Бында
ла
балалар
менән
ике
ҡәрҙәш
халыҡтың
йолаларын сағыштырабыҙ, һәр халыҡ үҙ ынйыларын һаҡлай. Татар халҡында
ла, башҡорт халҡында ла матур-матур йолалар бар, һәм шуныһы ҡыҙыҡ –
татар һәм башҡорт халҡының йолаларының күбеһе уртаҡ.
Мәҫәлән: “Ҡаҙ
өмәһе” , “Туй йолаһы”, “Өй туйлау”, “Бәпәй туйы”(“Исем ҡушыу”) һәм
башҡалар.
Халыҡтың йәшәү рәүешендәге һәр ғөрөфтә халыҡтың донъяға ҡарашы,
тәү аңы ята. Ана шул яҡтан һәр ғөрөф ҡәҙерле, халҡыбыҙҙың рухи мираҫы.
Милли үҙаң, милли рух тәрбиәләүҙә ғөрөф-ғәҙәт, йола, ырым, әҙәп-әхлаҡ
ҡанундары ҙур әһәмиәткә эйә. Дөйөм һығымта яһайбыҙ: халыҡ элек-электән
бергә йәшәгән, беҙҙең телебеҙ генә түгел, ә халыҡ ижады ла бик яҡын.
Шулай
итеп,
йәш
быуында
юғары
кешелек
сифаттары
тәрбиәләүҙә
халыҡ педагогикаһы әһәмиәтле урын алып тора. Бала –ижади шәжес икән,
уға тормошта йәшәү рәүеше лә еңел бирелә. Телмәр үҫтереү дәрестәре өсөн
ижади характерҙағы эштәр ҙә тарихыбыҙҙы, динебеҙҙе, изге kомартkы – ауыҙ-
тел ижады, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе, туған телебеҙҙең тәрән мәғәнәле һүззәрен
онотмаҫҡа булышлыҡ итә..
ҠУЛЛАНЫЛҒАН ӘҘӘБИӘТ
1.
Аҙнағолов Р. Мәктәптә башҡорт теле уҡытыу методикаһы. Өфө –
2011. – 208-209-сы биттәр.ТикеевД.С. Башҡорт теле дәрестәрендә
уҡыусыларға белем һәм тәрбиә биреү. Өфө – 2008. – 3-сө бит.
2.
Баһауетдинова М.И, Йәғәфәрова Г.Н. Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен
заманса уҡытыу. Өфө –2009. – 10-16, 36-39-сы биттәр.
3.
Башҡорт теленең аңлатма һүҙлеге. Өфө –2004.
4.
Ғафурова Ф.А. Татар теле. 2-се кластар өсөн дәреслек. Өфө –2009. –
48-50-се биттәр.
5.
Ғиззәтуллин И. С. Татар теле. 8-се кластар өсөн дәреслек. Өфө –
2010.
6.
Дәүләтшина М.С. Башҡорт телен уҡытыу методикаһы. Өфө –2010. –
16-22-се биттәр.
7.
Исҡужина Ф.С, Вәлиева Г.Д. Башҡорт телендә текст теорияһы. Өфө
–2011. – 113-115-се биттәр.
8.
Псәнчин В.Ш.
Башҡорт нәфис һүҙе. Өфө –2008. – 4-5-се, 130-сы
биттәр
9.
Татар теленең аңлатма һүҙлеге. Ҡазан – 1981.
10.Хәбибов Л.Г. Татар теле. 5-7-се кластар өсөн дәреслек. Өфө –2010.
11.Юлммөхәтәтов М.Б. Башҡорт теле һәм туған әҙәбиәт дәрестәренең
үҙ-ара бәйләнештә уҡытыу. Өфө –2008. – 3-сө, 21-се биттәр.
12.Яруллина С.С. Уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен асыуҙа дәрестән
тыш сараларҙың роле.//. Башҡортостан уҡытыусыһы – 2013 №8 –41-
се бит
13. Ғайса Хөсәйенов. Әҙәбиәт теорияһы.Өфө:Китап, 2010.
В раздел образования